Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2022, 14:35

Дуҫын бысаҡ менән сәнсеп үлтереп, һуңынан ултырғысы менән туҡмаған

Балтас районында ҡот осҡос хәл булған. Барыһы ла спиртлы эсемлек эсеүҙән башлана.

Дуҫын бысаҡ менән сәнсеп үлтереп, һуңынан ултырғысы менән туҡмаған
Дуҫын бысаҡ менән сәнсеп үлтереп, һуңынан ултырғысы менән туҡмаған

Ҡыҙмаса булып алған ирҙәр араһында ыҙғыш сыҡҡан. Йорт хужаһы дуҫына янаған.  Ниндәйҙер мәлдә килгән ҡунаҡ унан бысаҡты тартып алған һәм янаусыға бысаҡ менән ике тапҡыр сәнскән. Йәрәхәтләнеүсе иҙәнгә йығылғас, ир ултырғысты эләктереп,  уға һуға башлай. Тәфтишселәр әйтеүенсә,  мәйеткә 48 тапҡыр һуғылған. Енйәтсе кеше үлтергәндән һуң баҫыу аша өйөнә ҡайтып йоҡларға ятҡан. Иртән уның өйөнә полицейскийҙар килгән.

Һөҙөмтәлә ир  үлтереүҙә ғәйепле тип танылды һәм 7,5 йылға ҡаты режимлы колонияға ябылды. Шулай уҡ ул әхлаҡи зыянды ҡаплау өсөн мәрхүмдең яҡындарына 450 мең һум аҡса түләргә тейеш.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: