Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2022, 17:21

Дәүләт һатып алыуында ҡатнашыу еңелерәк буласаҡ

Башҡортостанда заказсылар һәм тәьмин итеүселәр дәүләт һатып алыуында яңы ҡағиҙәләргә ярашлы ҡатнашасаҡ.

Дәүләт һатып алыуында ҡатнашыу еңелерәк буласаҡ
Дәүләт һатып алыуында ҡатнашыу еңелерәк буласаҡ

Башҡортостандың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты яңы үҙгәрештәр хаҡында иҫкәртә.

– Ҙур үҙгәрештәр индерелде. Законда квалификация алды этабы барлыҡҡа килде, дәүләт һатып алыуын ойоштороу тәртиптәре ҡыҫҡартылды, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн мотлаҡ һатып алыу күләме арттырылды, килешеү буйынса түләүҙәрҙең һәм һатып алыуҙы ғәмәлдән сығарыу сроктары ҡыҫҡартылды. Был саралар һатып алыу процедураларын ябайлаштырыуға һәм һөҙөмтәлелекте арттырыуға йүнәлтелгән, – тип белдерә комитет рәйесе Гөлшат Арыҫланова.

44-се федераль законға ярашлы, дәүләт һатып алыуы ҡатнашыусылары өсөн универсаль квалификация алды индерелде. Әгәр килешеү хаҡы 20 миллион һумдан артһа, дәүләт һатып алыуында һуңғы өс йылда ошо сумманың кәмендә 20 процентына торошло килешеүҙе башҡарғандар ғына ҡатнаша аласаҡ. Уңышлы һәм ныҡлы килешеүҙәр төҙөү маҡсатында ошондай ҡарар ҡабул ителгән. Киләһе тәртиптәр бар: конкурс, аукцион, котировкаларға һорау (электрон тәртиптә).

Шуныһы мөһим – закон бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы дәүләт һатып алыуында ҡатнаштырыу яҡлы.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: