Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2022, 17:23

“Башнефть” компанияһының хәле нисек?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм «Башнефть» компанияһының генераль директоры Хәсән Татриев видеоконференция тәртибендә республика менән нефть компанияһының үҙ-ара эш итеүе буйынса даими эшләүсе комиссияның сираттағы ултырышын үткәрҙе.

“Башнефть” компанияһының хәле нисек?
“Башнефть” компанияһының хәле нисек?

Сарала ҡатнашыусылар «Башнефть» компанияһының 2021 йылдың туғыҙ айындағы етештереү һәм инвестиция эшмәкәрлеге йомғаҡтарын, берлектәге эш һөҙөмтәләрен тикшерҙе, шулай уҡ киләсәккә пландар билдәләне.

2022 йылда республика Башҡортостан нефтенең 90 йыллығын билдәләй, тип билдәләне Радий Хәбиров.

– Был бөтә ил өсөн бик мөһим дата. Шуға күрә беҙ уны киң билдәләргә тейешбеҙ. Мин тейешле указға ҡул ҡуйҙым. Саралар программаһы, ойоштороу комитеты төҙөлгән. Эшләрбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Уның билдәләүенсә, тәү сиратта, беҙҙең бурыс – башҡорт нефтенең тыуған яғына, Ишембай еренә рәхмәт белдереү. Бында һәйбәт проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға, социаль инфраструктураны яҡшыртырға, элекке проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә кәрәк.

Радий Хәбиров «Башнефть» компанияһына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

Компанияның генераль директоры Хәсән Татриев республика етәкселегенә үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү, нефть сығарыу һәм уны эшкәртеүҙе яңыртыу потенциалына булышлыҡ итеү буйынса ҙур инвестиция проекттарына ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Беҙ республика Хөкүмәте менән хеҙмәттәшлекте юғары баһалайбыҙ һәм Башҡортостандың комплекслы үҫешенә булышлыҡ иткән стратегик мөһим проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итәбеҙ. 2021 йылда «Башнефть» төп финанс күрһәткестәрен байтаҡҡа арттырыуға өлгәште, – тине Хәсән Татриев.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

“Башнефть” компанияһының хәле нисек?
“Башнефть” компанияһының хәле нисек?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: