Был хәл 2020 йылдың 4 июлендә булған. 6 йәшлек ҡыҙыҡай өләсәһе һәм 8 йәшлек ағаһы менән мунса комплексына бара. Ниндәйҙер мәлдә ул күҙҙән юғалған – һуңынан уны бассейн төбөндә үле килеш тапҡандар. Тикшереү барышында тәфтишселәр комплекстың ГОСТ һәм СанПиН нормаларына яуап бирмәүен асыҡлаған. Бассейнда һыуҙың кимәле 7 йәшкәсә балалар өсөн рөхсәт ителгән 0,6 метрҙан тәрәнерәк була. Шулай уҡ унда үҙеңде тотоу тәртибе тураһындағы иҫкәртеү стендтары ҡуйылмаған, медицина кабинеты, тренер һәм инструктор булмаған.
– Мунса комплексы етәкселеге халыҡҡа балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамауы хаҡында киҫәтергә, килеүселәргә иҫкәрмәләр яһарға һәм ошо нормаларҙың үтәлешен талап итергә, кире осраҡта хеҙмәттәр күрһәтеүҙән баш тартырға бурыслы ине. Бындай хаталар ҡарауһыҙ баланың бассейнда батып үлеүенә сбәпсе, – тип хәбәр итәләр БР Тикшереү комитетынан.
Ғәйепләнеүселәрҙең береһе генә үҙ ғәйебен таный. Һөҙөмтәлә уларҙың икеһен дә ике йыл ярымға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итәләр. Уларҙан шулай уҡ һәләк булған ҡыҙҙың туғандарына әхлаҡи зыянды ҡаплау өсөн 2 миллион һум аҡса түләтелгән. “Яҡтыкүл” комплексының эшмәкәрлеге етешһеҙлектәр бөтөрөлгәнсегә тиклем туҡтатылған.
Фото: Т. Аманов