+2 °С
Болотло
Һигеҙ йәшлек бала икенсе ҡаттан ҡолаған. Уны дауаханаға алып киткәндәр.
Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров яҙған.
"Балаларҙың тәҙрәнән ҡолауы тураһында хәүефле яңылыҡтар йышыраҡ йәй көнө теркәлә. Әммә был бәхетһеҙ осраҡтар ҡыш көнө лә булғылай. Ата-әсәләр балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырғанда..." - тигән етәксе.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Зинһар, балаларығыҙға иғтибарлы булығыҙ!