Кисә социаль селтәрҙәрҙә Кушнаренко районының Иҫке Туҡмаҡлы мәктәбе ашханаһында төшөрөлгән фотоһүрәт таралып китте. Һүрәттә йомортҡа тәбейәһе, әммә тәү ҡарашҡа ул күгәргән кеүек. Һәр хәлдә быны инцидентты яҡтыртҡан киң мәғлүмәт саралары һыҙыҡ өҫтөнә алған. Халыҡ зыҡ ҡубып бәхәсләшә, әлеге уҡыу йортон әрләп бер була.
«Беҙ аҡса түләйбеҙ, сабыйҙарыбыҙҙы мал кеүек ашаталар», – ти әсәләрҙең береһе.
«Берәй ваҡыт мәктәптәрҙә туҡланыу яҡшырырмы?» – тип борсола икенсеһе.
Ысынлап та, белем усағының рәсми сайтында 18 ғинуарға ҡарата менюла йомортҡа тәбейәһе бар. Был хәлгә мәктәп директоры Наил Хәсән улы Шәйхетдинов аңлатма бирҙе.
– Эйе, был хәл беҙҙә булды. Ашнаҡсылар балаларға артыҡ көйгән йомортҡа тәбейәһе ашатҡан. Әлеге ваҡытта мәктәптә тикшереүҙәр башланды, – ти ул.