Баҡһаң, Европа дәүләттәрендә сыр ныҡ популяр ризыҡ икән. Францияла сыр ашау күләме йылына йән башына 25,9 кг тәшкил итә. Исландияла саҡ ҡына әҙерәк – 25,2 кг.
Финляндияла Һәм Германияла 24 килонан күберәк тура килә. Сырҙы иң күп ашаған ун ил исемлегендә уларҙан тыш Эстония, Швейцария, Италия, Литва, Австрия һәм Швеция бар.
Сырҙа “бәхет гормоны” тип аталған серотонин бүлеп сығарыуға булышлыҡ итеүсе триптофан матдәһе бар.
Түбәндә ябай ғына рецепт. Сырҙы өйҙә үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ.
Бының өсөн кәрәк: һөт (ҡуйылығы 3,3 процент тирәһе) – 1 л
Ҡаймаҡ (20 процентлы магазин ҡаймағы яҡшыраҡ) – 200 мл
Йомортҡа – өс дана
Тоҙ – бер балғалаҡ
Әҙерләү: һөттө ҡайнатырға ла тоҙ ҡушырға. Йомортҡаны ҡаймаҡ менән бутап, һөткә ҡойорға. Масса ҡайнап сыҡҡас, 5 – 7 минут самаһы бешерергә. Эре эремсек һымаҡ булһа, алып һөҙөргә. Әгәр теләһәгеҙ, башҡа тәмләткес тә ҡушырға була. Сыр массаһын марляға төрөп, ҡапҡас (йә тәрилкә) ҡаплап, өҫтөнә 1 – 2 килограмлыҡ ауыр әйбер һалырға. Һыуынғас, ашарға.