Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2022, 09:32

Автоклуб килде!

"Мәҙәниәт" милли проекты буйынса райондарға автоклубтар алына. Беҙҙең республикала шундай күп функциялы мәҙәни үҙәктәр һаны тиҫтәгә яҡын.

Автоклуб килде!
Автоклуб килде!

Автоклубтар айырыуса төпкөл ауылдарға бара. Мәҫәлән, Дыуан районына бындай үҙәк - тәгәрмәсле клуб - 2020 йылда милли проектҡа ярашлы алынған. Махсус автомобилдә урынлаштырылған ҡорамалдар тиҙ арала сәхнә булдыра һәм яҡтылыҡ менән дә тәьмин ителгән.

Яңы йыл каникулдарында ла автоклуб ауылдарға сыҡҡан. Әйткәндәй, Дыуан районында 47 тораҡ пункт, шуларҙың 22-һендә генә клуб бар. Әлбиттә, автоклуб бында ҙур роль уйнай. 

Фото: Дыуан районы хакимиәте сайтынан.




Автоклуб килде!
Автоклуб килде!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: