Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2022, 13:02

2 йәштән 5 йәшкә тиклемге балалар өсөн айырыуса хәүефле

 Коронавирустың яңы штаммы 2 йәштән 5 йәшкә тиклемге балаларға айырыуса хәүефле.

2 йәштән 5 йәшкә тиклемге балалар өсөн айырыуса хәүефле
2 йәштән 5 йәшкә тиклемге балалар өсөн айырыуса хәүефле

  Пациенттарҙың тап ошо категорияһында бронхиолит  билдәләре күҙәтелә башлаған. «Роспотребнадзор»ҙың Эпидемиология үҙәк ғилми-тикшеренеү  институты директоры урынбаҫары Александр Горелов әйтеүенсә, уларҙы дауаханала дауалау талап ителә.

"Әле беҙ инфекция күберәк балалар араһында таралыуын күрәбеҙ, айырыуса ике йәштән биш йәшкә тиклемге кескәй балалар өсөн хәүефле.  Ауырыу өҫкө тын юлдарын һәм бронхаларҙы зарарлай.  Тәүге тапҡыр бронхиолит күренештәре күҙәтелә башланы, ул иһә дауаханаға һалыуҙы талап итә.    Һәр өсөнсө балала диарея күҙәтелә», – ти ул.   

Ул шулай уҡ хәүеф төркөмөнә ғәҙәттәгесә 65 йәштән ололарҙың инеүен дә билдәләне.  Оло йәштә булыуҙары һәм башҡа ауырыуҙар менән сирләүе арҡаһында улар ковидты ауыр үткәрә. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: