2013 йылда донъя кимәлендә билдәләнә торған иҫтәлекле дата - Яулыҡ көнө булдырылған. Рәсәйҙә уны Көйөргәҙе районында билдәләй башлағандар. Ойоштороусылар - Салауат епархияһы, Көйөргәҙе районының ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм мосолман ҡатындар союзы.
Быйыл 5 февралдә фестиваль өсөнсө тапҡыр уҙа. Сарала милли күргәҙмәләр, никах йолалалры, яулыҡ ябыныу серҙәре менән уртаҡлашыу, оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Шулай уҡ төрлө конфессия вәкилдәре ҡатнашлығында "түңәрәк өҫтәл"дәр ойоштороу ҡаралған.
Сарала онкология сирлеләр ҙә, Даун диагнозы ҡуйылған балалар ҙа ҡатнаша.
Фестиваль мәҙәни тормоштоң сағыу бер сараһы булыр тип көтөлә. Беләһегеҙ, беҙҙә "Мәҙәниәт" милли проекты ғәмәлгә ашырыла.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы.