Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2022, 19:32

Янғында биш кеше ҡотҡарылған

Бөгөн Салауат ҡалаһының Губкин урамында 14.45 сәғ. күп ҡатлы йортта янғын сыҡҡан. 16 йәшлек Жәмил Аҡъюлов был мәлдә мәктәптән ҡайтып барған булған. Ете йәшлек һеңлеһенең өйҙә яңғыҙ булыуын белгән үҫмер йән-фарман фатирҙарына инеп, һеңлеһен етәкләгән дә, һыулы сепрәк менән ауыҙ-морондарын ҡаплап, бергә урамға сыҡҡандар. Ут тулыһынса 15:01 сәғ. һүндерелгән. Янғын сәбәптәре асыҡлана. 

Янғында биш кеше ҡотҡарылған
Янғында биш кеше ҡотҡарылған

Янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем 20 кеше үҙ аллы урамға сыға алған.

Ҡотҡарыусылар ут тоҡанған фатир эсенән 1934 йылғы ҡатынды ҡотҡарып, дауаханаға оҙатҡандар. Шулай уҡ 8-се ҡаттан 1947 йылғы ирҙе, ун һәм һигеҙ йәшлек ике баланы ҡотҡарғандар.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Янғында биш кеше ҡотҡарылған
Янғында биш кеше ҡотҡарылған
Янғында биш кеше ҡотҡарылған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: