Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2022, 19:47

Тәүлек эсендә 16 кешенең муттарҙы биш миллион һумға байытҡаны билдәле

Өфөлә йәшәгән 36 йәшлек ҡатын Интернет аша "Фрек" исемле сит ил кешеһе менән танышҡан. Ярты йыл дауамында яҙышҡан улар. Фрек йыш ҡына ҡатындан бурысҡа аҡса ла һораған, "посылка ебәрҙем, почта сығымдарын түләрһең", тип тә алдаған. Ҡатын ирҙең татлы теленә ышанып, хатта үҙенең исеменә кредит алып, аҡсаны уға ебәргән. Ике миллион һумдан ашыуыраҡ аҡса күскәс, "Фрек" ҡапыл юғалған. 

Тәүлек эсендә 16 кешенең муттарҙы биш миллион һумға байытҡаны билдәле
Тәүлек эсендә 16 кешенең муттарҙы биш миллион һумға байытҡаны билдәле

Мәскәүҙә ваҡытлыса эшләгән Благовещен районынан 19 йәшлек егет бушлай иғландар сайтында "водитель танытмаһын алырға ярҙам итәм" тигән иғланға тап була. Егет иғлан биргән "Давид" менән бәйләнешкә сыға. Августан алып декабргә тиклем ул "Давид"ҡа 600 мең һум аҡса күсерһә лә, вәғәҙәләрҙән башҡа бер ни ҙә ала алмай. "Аралашсы" юғалғас ҡына егет алданыуын аңлай.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: