«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Халыҡ күҙәтеүе» проектының әүҙем ағзалары Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Транспорт һәм элемтә идаралығының ташыуҙы ойоштороуҙың баш белгесе Илгиз Насретдинов менән берлектә ҡаланың сауҙа нөктәләрендә тәртип боҙоуҙарҙы асыҡланы. «Ғаилә» сауҙа комплексында республика Башлығы Указы үтәлмәй. Һатып алыусылар ҙа, һатыусылар ҙа битлекһеҙ йөрөй.
Бер сауҙа үҙәгенең магазиндарында һатыусылар битлекһеҙ, ә дөйөм туҡланыу урынында кухня хеҙмәткәренең санитар ҡағыҙы булмай сыҡты. Рейд ваҡытында битлекһеҙ йөрөүселәр ҙә күп осраны. «Халыҡ күҙәтеүселәре»нең иҫкәртеүенән һуң улар һаҡланыу сараларын тиҙ генә кейеп алды. Сауҙа үҙәктәрендә икенсе кешенең QR коды менән йөрөгән тәртип боҙоусылар ҙа табылды. Берәүһенең һүҙҙәренсә, вакцинацияһынан һуң ул битлек кейә алмай. Вакцинация тураһында сертификатты һорағас, ҡатын боролоп китеү яғын ҡараны. «Ғаилә» сауҙа үҙәгенә ингән ерҙә лә шелтәләр бирелде. Термометрҙары, вакцинация тураһында QR-кодты тикшереү приборҙары эшләмәй.
Йәмәғәт транспортында ла битлек режимы үтәлеше тикшерелеп, рейд мәлендә битлек кейеү буйынса аңлатыу эштәре лә үткәрелде. 51-се, 51-се А, 57-се А, 74-се, 110-сы, 164-се, 226-сы, 290-сы маршрут автобустары кондукторҙарына һәм пассажирҙарына шелтә яһалды.
– Бындай рейдтар күҙәтеү органдары менән берлектә даими рәүештә үткәреп торасаҡ. Был күрһәтмәләр үтәлмәгән осраҡта административ саралар ҡулланыласаҡ, – тип белдерҙе «Халыҡ күҙәтеүе» проектының төбәк координаторы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.