Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2022, 16:15

Ғәрип балаларҙы һәм йәштәрҙе үҙаллы тормошҡа әҙерләү мөһим

Игор Комаров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова менән осрашты.

Ғәрип балаларҙы һәм йәштәрҙе үҙаллы тормошҡа әҙерләү мөһим
Ғәрип балаларҙы һәм йәштәрҙе үҙаллы тормошҡа әҙерләү мөһим

18 ғинуарҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова һәм Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин менән осрашты. Ултырышта ауыр тормош хәлендә ҡалған ғәрип балаларҙы реабилитациялау һәм үҙаллы тормошҡа әҙерләү мөмкинлектәре һәм тәжрибәләре хаҡында һөйләшелде.  

Мария Львова-Белова «Менталь һаулыҡ» проекты тураһында һөйләне һәм уны бөтә илгә таратырға тәҡдим итте. «Түбәнге Новгород ҡалаһының Социаль үҫеш үҙәге аутистик спектры боҙолған балалар һәм йәш кешеләр менән эшләү буйынса яҡшы һөҙөмтә күрһәтте», - тине ул.

Игор Комаров Башҡортостанда эшләп килгән «СоДействие» төбәк йәмәғәт ойошмаһының проекттарын маҡтап телгә алды. Бында көндөҙгө мәшғүллек үҙәге проекты тормошҡа уңышлы ашырыла. Үҙәктә ғәрип кешеләрҙең реабилитация ҡеүәһен күтәреү, шулай уҡ 18 йәштән өлкәнерәк инвалидтар өсөн хеҙмәт терапияһы һәм көндөҙгө социаль мәшғүллек алымы менән социаль-хеҙмәт реабилитацияһын тәьмин итеү мөмкинлеге бирелә.

Глеб Никитин Түбәнге Новгород өлкәһендә тормошҡа ашырылған уңышлы проекттар һәм тәжрибәләр тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, ғәрип балаларға дәүләт тарафынан иғтибар артырға тейеш. Әйткәндәй, 2020 йылдан Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәгендә лә инвалидлығы булған йәштәрҙе диагностикалау буйынса системалы эш алып барыла. Артабан улар өсөн шәхси үҫеш маршруты төҙөләсәк.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: