Белешмә:
Рәшиҙә Шәмсетдинова 1961 йылдың 24 октябрендә Ишембай районы Иҫәкәй ауылында тыуған. 1977 йылда Иҫәкәй 8 йыллыҡ мәктәбен, 1979 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 1984 йылда Илеш районы Сеңрән 8 йыллыҡ мәктәбенә уҡыу – уҡытыу бүлеге мөдире итеп эшкә ебәрелә. 1987 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының (хәҙер академия) башланғыс синыфтар факультетына башҡорт - рус кафедраһына эшкә саҡырыла. 1996 йылда Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант итеп тәғәйенләнә. 2002 йылдан - Стәрлетамаҡ медицина колледжында китапхана мөдире. 1997 йылдан - БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2007 йылдан – Халыҡ- ара Әҙәбиәт фонды ағзаһы. Мәғариф алдынғыһы. Намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.