Билдәле булыуынса, дельта-штамм менән сағыштырғанда, «омикрон» балалар өсөн айырыуса хәүефле. Пандемияның яңы тулҡыны алдынан ниндәй һаҡланыу саралары күрергә кәрәк? Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына 5-се республика клиник инфекция дауаханаһының балалар инфекция бүлеге мөдире Елена Солодкая һөйләне.
— «Омикрон» балалар өсөн нимәһе менән хәүефле? Ниндәй йәш араһын айырыуса хәүеф зонаһына индерергә мөмкин?
— Коронавирустың һәр штаммы — ул өҫкө тын юлдарының киҫкен вируслы ауырыуы, шунлыҡтан айырыуса хәүефле инфекциялар төркөмөнә ҡарай. Әммә төрлө штамм менән зарарланыусы балаларҙың ауырыуы айырыла. «Омикрон», коронавирустың башҡа төрҙәре кеүек үк, һауа-тамсы юлдары аша бирелә. «Альфа»-, «бетта»-, «дельта»-штамдарҙың инкубация осоро 14 көн тәшкил итһә, «омикрон»дыҡы — 3 – 5 көн. Шулай уҡ «омикрон»ға, алдағылар менән сағыштырғанда, бик тиҙ таралыу хас.
Ошоноң менән ул айырыуса балалар өсөн хәүефле. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уларға тын алыуы ауырлашыуы ихтимал. Ауырыу тиҙ арала өҫкө тын юлдарынан аҫҡы бүлектәргә төшөп, тын юлдарының лайлалы бүлектәре ялҡынһыныуҙан ныҡ итеп шешенеүе ихтимал.
— Дөйөм алғанда балаларҙа һәм үҫемерҙәрҙә COVID-19 нисек үтә? Эш тәжрибәһендә һеҙ ниндәй хәлдәргә юлыҡтығыҙ?
— Яңы коронавирус инфекцияһы менән ике йылға яҡын эшләйбеҙ. Республика клиник инфекция дауаханаһы нигеҙендә балалар ковид- госпитале эшләй. Унда ковидтың төрлө штаммы менән ауырыған балаларҙы ҡабул итәбеҙ. Һәм ауырыуҙың нисек үтеүендә ҙур айырма барлығын күрәбеҙ. Әгәр ҙә альфа-штамм менән зарарланыусылар сирҙе сағыштырмаса еңел үткәрһә, дельта-штамм менән зарарланған балалар нығыраҡ ауырыны. Бала ни тиклем бәләкәйерәк, ауырыу шул тиклем киҫкенерәк үтә. Өҫтәүенә, вирус аш эшкәртеү органдарына, эсәктәргә, ашҡаҙан аҫты биҙенә лә йоғонто яһай. Һәр балала ауырыу үҙенсә үтә. Мәҫәлән, бронхиаль астма, шәкәр диабеты һәм башҡа ауырыуҙар менән сирләүсе балалар хәүеф төркөмөнә ҡарай.
— Әле балалар араһында зарарланыусылар һанының артыуына әҙерһегеҙме?
— «Омикрон»дың бик тиҙ йоғоусандығын иҫәпкә алғанда, коронавирус менән зарарланыусылар бик күп булыр, тип уйлайбыҙ. Республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы кеүек үк, беҙ быға әҙербеҙ: диагностика үткәреү йәһәтенән дә, дарыуҙар менән тәьмин итеү , дауалау һәм дауаханаға урынлаштырыу мәсьәләһендә лә.
Дөйөм алғанда, пандемия башланған осорға ҡарағанда, беҙ күпкә отошло шарттарҙабыҙ, тип иҫәпләйем. Көндән-көн вакцина эшләтеүселәр һаны арта, COVID-19 идара итә алырлыҡ инфекцияға әүерелә бара.
— Һеҙҙеңсә, вакцина балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе һаҡлай аламы?
— Был турала фекерҙәр төрлө. Берәүҙәр, «омикрон» штаммы менән зарарланған балаларҙа ауырыу еңелерәк үтә, тип раҫлай, икенселәр киреһен иҫбатлай. Әммә иң яҡшыһы әҙер булырға: артабан проблемалар булмаһын өсөн инфекцияны тулыһынса ҡоралланып ҡаршы алырға.
— Балаһына вакцина эшләтергәме, юҡмы тип шикләнгән ата-әсәләргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
— Минеңсә, ата-әсәнең балаға ауырыуҙы еңелерәк үткәрергә ярҙам итеүенә ышанмауы енәйәткә тиң. Сөнки, беҙ, ололар үҙебеҙҙең бала өсөн, уның ғүмере һәм һаулығы өсөн яуап бирәбеҙ һәм ҡарар ҡабул итәбеҙ. Был ҡарар дөрөҫ булырға тейеш. Иң тәүҙә үҙебеҙгә вакцина эшләтергә, һуңынан иһә баланы хәүефһеҙләндереү тураһында уйларға.
Һәм, әлбиттә, битлек кейеп йөрөргә, антисептиктар менән файҙаланырға, социаль дистанция тоторға онотмаҫҡа кәрәк.
— Балаларҙа ниндәй ауырыу билдәләренә иғтибар итергә?
— Бала саҡ ҡына һалҡын тейҙереп ауырыһа ла, табипҡа күренеүҙе һуҙырға ярамай. Ваҡытында ПЦР-тест биреп, дауалауҙы башлау мөһим. Сирҙе тәрәнгә ебәрмәҫ өсөн, үҙаллы дауаланырға ярамай, ваҡытында медицина ярҙамы алырға кәрәк.
Фото:Башинформ.