Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2022, 14:33

Нефтекамалылар йылы һәм «аҡыллы» туҡталыштарҙы баһаларға өлгөргән

Нефтекама ҡалаһында 8 туҡталыш комплексы автомат ишектәр менән йыһазландырылған йылы һәм «аҡыллы» туҡталыштар менән тулыландырылды.

Нефтекамалылар йылы һәм «аҡыллы» туҡталыштарҙы баһаларға  өлгөргән
Нефтекамалылар йылы һәм «аҡыллы» туҡталыштарҙы баһаларға өлгөргән

Бөтә ҡала буйынса барлығы 13 туҡталыш йыһазландырылған, тәүгеһе 2019 йылда ҡуйылған. Уның эсендә Wi-Fi, мобиль ҡоролмалары өсөн зарядка, шулай уҡ ҡышҡыһын йылытыу һәм йәйгеһен кондициялау өсөн климат системаһы ла бар. Граждандар һәм комплекстарҙың хәүефһеҙлеген күҙәтер өсөн интеллектуаль видеокүҙәтеү системаһы эшләй. Вандализм  күренеше булған осраҡта барлыҡ мәғлүмәттәр автоматик рәүештә эшкәртелеп, тейешле органдарға тапшырыла.

Ҡышҡы көндәрҙә нефтекамалылар «аҡыллы туҡталыштар»ҙың сифатын  баһаларға өлгөргән инде. Павильондарҙа йылы, тағы ла быялалары ла туңмай. Шуға килеп еткән автобустарҙы ла үткәреп ебәрмәйһең, яңы туҡталыш пункттарының биҙәлеше лә яҡшы яҡҡа үҙгәргән, тип билдәләйҙәр.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: