Был йортто Фонд 2020 йылдың июнендә төҙөп бөтөргә ҡарар ҡабул итеп, бөгөн 25 кеше фатир асҡысын алып ҡыуанды.
Андрей Назаровтың әйтеүенсә, республика Фонд менән 2020 йылдан бирле хеҙмәттәшлек итә. Ошо осор эсендә 1740 гражданға 3,3 млрд һум аҡса ҡайтарылған. Былтыр Фонд ҡатнашлығында дүрт йорт төҙөлөп бөтөп, 294 граждан торлаҡлы булған. Быйыл тағы ла 25 объектты файҙаланыуға тапшырыу планда бар. Республикала алданған өлөшсөләр проблемаһын 2023 йылға тиклем хәл итеп бөтөргә тырышасаҡтар.
Белешмә өсөн: Биләмәләр үҫеше фонды элек Төҙөлөштә ҡатнашыусы граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау фонды тип аталғайны.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.