Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2022, 10:33

Коронавирустан һаҡланыу мәсьәләләренә арналды

18 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыуға көрәш буйынса Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Координация советы президиумы ултырышында ҡатнашты.

Коронавирустан һаҡланыу мәсьәләләренә арналды
Коронавирустан һаҡланыу мәсьәләләренә арналды

    Видеоконференцияны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин алып барҙы.   

– Вирустың яңы штаммы – «омикрон» – бөтә донъя буйлап бик тиҙ тарала. Быны башҡа дәүләттәрҙең тәжрибәһе күрһәтә.  «Омикрон» Рәсәйгә лә килеп етте.  Башҡалаға ғына түгел, башҡа төбәктәргә лә тарала башланы. Беҙ быны ауырыу статистикаһы буйынса күрәбеҙ, – тине Михаил Мишустин. – Ваҡиғаның төрлөсә үҫешенә әҙер булырға кәрәк.  Рәсәй Федерацияһы субъекттарына эште әүҙемләштереү мөһим.   Был ашығыс ярҙам хеҙмәте һәм медицина учреждениелары, ҡыҙыу линия эшмәкәрлеген ойоштороуға, студенттарҙы, ирекмәндәрҙе йәлеп итеүгә һәм оло йәштәге кешеләр менән хеҙмәттәшлек итеүгә ҡағыла.   Кешеләрҙе һаҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә.      

Башҡортостанда 18 ғинуарға ҡарата 23 «омикрон» штаммы менән зарарланыу осрағы теркәлгән.  Коронавирус инфекцияһы менән зарарланыусыларҙың дөйөм иҫәбе 125813 кешегә етте. Тәүлек эсендә 253 яңы зарарланыу осрағы асыҡланған.   Табиптар бөтәһе 5,5 млн тест үткәргән.   Төбәктә ковид менән ауырыусылар өсөн 1545 койка урын булдырылған. Шуларҙың 36 проценты әлегә буш.

Вакциналау кампанияһы ла әүҙем бара. 2 264 418 кеше вакцинаның тәүге компонентын эшләткән, 2 137 521 кеше вакциналауҙың ике этабын да үткән. 

  2020 йылдың ноябренән республикала ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге үткән. Башҡортостан халҡы (347) 218-19-19 һандары буйынса иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем шылтыратып, тест һөҙөмтәһен асыҡлай, вакциналауға яҙыла, өйҙә амбулатор дауаланыу буйынса консультация үтә ала. 

17 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимына үҙгәрештәр индерҙе.   Документтың яңы редакцияһына ярашлы, физкультура һәм дөйөм мәҙәни сараларҙы үткәреүҙе һуңыраҡ ваҡытҡа күсерҙеләр.   Шулай уҡ 30-ҙан ашыу кеше менән коллектив йыйылыштарҙы үткәреү тыйыла.   Ә дәүләт һәм муниципаль орган власы етәкселәре граждандарҙы (уларҙың теләге буйынса) шәхси ҡабул итеүҙе ойоштороуҙан тыйылып торорға тейеш.   

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: