Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2022, 16:50

Документ юллау ябайлаштырылды

"Һөт кухняһы" аҙыҡтарын юллау өсөн ниндәй документ кәрәкмәйәсәк?

Документ юллау ябайлаштырылды
Документ юллау ябайлаштырылды

Былтыр декабрь аҙағында балалар өсөн бушлай аҙыҡ-түлек алыу өсөн документтар һанын ҡыҫҡартыу тураһындағы закон үҙ көсөнә инде. Башҡортостан Хөкүмәтенең 784-се ҡарарына үҙгәрештәр индерелде. Тап уға ярашлы, өс йәшкә тиклемге балалар, йөклө ҡатындар, сабый имеҙгән әсәйҙәр һөт продукцияһы, ҡоро ҡушылмалар менән бушлай тәьмин ителә.
- Ташламаларға эйә булыу өсөн документтар менән эш итеүҙең нисек мәшәҡәтле икәнленен иҫәпкә алып, был процедураны мөмкин тиклем ябайлаштырырға тырышабыҙ, - тине республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. - Шуға бушлай туҡланыуҙы рәсмиләштереү тәртибенә үҙгәрештәр индереү башланғысы менән сығыш яһаныҡ.
Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр тапшырған документтар исемлегенән ғаилә составы тураһындағы  белешмә алынған. Хәҙер уны тик баланы опекаға алғандарға йәки ата-әсәләргә документтарҙы беренсе тапҡыр юллағанда ғына күрһәтергә кәрәк. Ә документтарҙы "Һөт кухняһы" пункты, "Минең документтар" күп функциялы үҙәге йәки мобиль ҡушымта аша бирергә мөмкин.

  Бөгөн республикала һөттән эшләнгән тәбиғи аҙыҡты 22769 аҙ тәьмин ителгән ғаилә, 39 етем бала, 418 йөклө һәм бала имеҙеүсе ҡатын бушлай ала.

 

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: