Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2022, 19:01

Дүртөйлө районында үлемесле авария

Бөгөн, 19 ғинуарҙа, киске сәғәт алтынсыла Дүртөйлө районында (Дүртөйлө-Нефтекама автоюлының икенсе саҡрымында) теркәлгән аварияла ир менән ҡатын һәләк булған. 

Дүртөйлө районында үлемесле авария
Дүртөйлө районында үлемесле авария

"Lada Granta" менән "Lada Largus" машиналары бәрелешеп, "Lada Granta"нан ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында ЮХХДИ һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй.

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: