“Ҡар баҙы” тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Беҙҙең тырыш хужалар борон ҡыштан боҙ йә ҡар алып ҡалып, йәйгеһен һыуытҡыс урынына тотонған.
Ә консерва тарихына килгәндә, 1825 йылдың 18 ғинуарында Америкалағы бер эшҡыуар консерва банкаһына патент алған. Уға тиклем дә күптәр “аҙыҡ-түлек ғүмерен оҙонайтыусы контейнерҙар” эшләп ҡараған. Европала шундай һауыттар булған да. Тик патентты американдар рәсмиләштергән.
Тәүҙә консервалар ҡурғаш ҡатыш ҡалайҙан (теүәлерәге, ҡалайҙы ҡурғаш менән йәбештергәндәр) яһалған. Ҡурғаш ризыҡҡа ҡушылһа, бик яман була. XIX быуатта шунан сәйәхәтселәр, кәсепселәр байтаҡ сирләп үлгән дә, имеш.
Барыбер консервалар айырыуса юлда йөрөүселәргә, хәрбиҙәргә ҙур ярҙамсы булған. Әле лә магазин тулы консерва банкалары. Ниндәй генә юҡ! Ә бит һатып алалар.