19 ғинуарҙа Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эш төркөмөнөң тәүге ултырышы үтте. Уны видеоконференция тәртибендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡаҙағстандың Премьер-министр урынбаҫары - сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Солтанов үткәрҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡтар эшсе төркөм ойоштороу тураһында республика делегацияһының 2021 йылдың сентябрендә Астанаға визиты барышында һөйләшеп килешкәйне. Ултырышты асып, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы менән сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни-гуманитар бәйләнештәрҙе нығытыу республика етәкселеге эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлештәренең береһе булыуын билдәләне.
Төбәк етәксеһе үҙенең сығышында эшсе төркөм кеүек үҙ-ара эш итеү форматының һөҙөмтәлелеген билдәләне.
– Берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға юғары даирәләрҙәгеләрҙең йәлеп ителеүе ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйырға, килеп тыуған мәсьәләләрҙе иң ҡыҫҡа ваҡытта хәл итергә мөмкинлек бирә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Яҡын киләсәктә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған ике ҙур берлектәге проектты ғәмәлгә ашыра башланыҡ та инде. Ул– Башҡортостанда ағасты тәрән эшкәртеү заводын төҙөү һәм Павлодарҙа «Каустик» базаһында химия кластерын булдырыу.
Беренсе вице-премьер – Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов 2022-2024 йылдарҙа республикалар араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһын ғәмәлгә ашырыу хаҡында һөйләне. Уға 70-кә яҡын сара инә. Төп йүнәлештәре - инвестиция эшмәкәрлеге, сауҙа-иҡтисади өлкә, транспорт һәм туризм, агросәнәғәт комплексы, сәнәғәт, мәғариф һәм мәҙәниәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш. Юл картаһы проекттары буйынса инвестициялар күләме яҡынса 80 миллиард һум тәшкил итә. Мәҫәлән, Туймазы бетон ташыу машиналары заводы, «НЕФАЗ» һәм «КАМАЗ-Инжиниринг» Ҡаҙағстан предприятиеһы автосамосвалдар һәм тағылма техника менән тәьмин итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Перспективалы йүнәлеш - Күмертау авиация етештереү предприятиеһы Алматының «405-се авиаремонт заводы» менән берлектә сығарырға ниәтләгән комплектлаусы изделиелар һәм узелдар менән тәьмин итеү. Әлегә номенклатураны билдәләү һәм килешеүҙе әҙерләү бара.
Иң ҙур инвестиция проекттарының береһе - «Башҡортостан сода компанияһы» махсус иҡтисади зона биләмәһендә «Каустик» акционерҙар йәмғиәте менән берлектәге предприятие төҙөү. «Башҡортостан сода компанияһы»ның генераль директоры Эдуард Давыдов хәбәр итеүенсә, унда илдең титан-циркон ятҡылыҡтары сеймалын һөҙөмтәле комплекслы эшкәртеүҙе тәьмин итәсәк бер нисә юғары технологиялы производство ойошторорға ниәтләйҙәр. Күҙалланған инвестициялар күләме 1 миллиард доллар самаһы тәшкил иткән проект 1 240 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк һәм химия, лак-буяу сәнәғәтенең төп өлкәләрендә импортты алмаштырыуҙы тәьмин итәсәк. Атап әйткәндә, проект сиктәрендә БДБ-ла цирконий оксихлоридын етештереү буйынса берҙән-бер производство комплексы барлыҡҡа киләсәк.
– Башҡортостандың сауҙа нөктәләре кәштәләрендә, шул иҫәптән 2021 йылдың декабрендә асылған «Матрёшка» Рәсәй тауарҙары супермаркетында Рәсәй етештереүселәренең тауарҙары бөгөн һатыла , – тип билдәләне Рәсәйҙең Ҡаҙағстандағы сауҙа вәкиле Андрей Бабко. Был дәүләт менән Рәсәйҙең 84 төбәге хеҙмәттәшлек итә, Башҡортостан был йәһәттән алдынғылар рәтендә. Әгәр беҙ йыл һайын ике төбәк араһында берлектәге бер проектты ғәмәлгә индерһәк тә, был бик яҡшы хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе буласаҡ. Сауҙа вәкиллеге иһә барлыҡ башланғыстарығыҙҙы хупларға әҙер, – тине ул.
Кәңәшмәлә Башҡортостан вәкилдәре гуманитар тармаҡта, мәҙәниәт, спорт өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итеүгә әҙер булыуын белдерҙе.