Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2022, 15:00

Юлдар, төҙөкләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы - үткән аҙнала халыҡты тап ошо өс тема борсоно

 Бының турала бөгөн иртәнсәк БЮТ телеканалының "Сәләм" тапшырыуында #ЦУРБашкортостан һөйләне.

Юлдар, төҙөкләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы - үткән аҙнала халыҡты тап ошо өс тема борсоно
Юлдар, төҙөкләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы - үткән аҙнала халыҡты тап ошо өс тема борсоно

 Уҙған ял көндәрендә тиҙ арала хәл итә торған хәбәрҙәр ҙә булды. Өфө урамдарында электр һүнгән. Был хаҡта Орджоникидзе районында йәшәүсе яҙған. Бындай мөрәжәғәттәрҙе БР менән идара итеү үҙәге тиҙ генә эшкә ала һәм муниципалитет, республиканың Сәнәғәт министрлығы менән берлектә хәл итә. Бер сәғәттән электр энергияһы бирелде - был хаҡта мөрәжәғәт итеүсе интернетҡа яҙған.

Ошо көндәрҙә #ЦУРБашкортостан электромобиль хужалары республикала заряд станцияларын күбәйтеүҙе һорағанын эләктәргән. БР Сәнәғәт министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда әле 13 станция эшләй, уның 9 - Өфөлә. 2022 йылда республикала тағы 13 яңы станция асыласаҡ. Шул иҫәптән Өфө - Ырымбур юлында.
 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: