Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2022, 12:26

Яңы мәҙәниәт министры урынбаҫары тәғәйенләнде

Уңыштар юлдаш булһын!

Яңы мәҙәниәт министры урынбаҫары тәғәйенләнде
Яңы мәҙәниәт министры урынбаҫары тәғәйенләнде

Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп Илнур Мөхйәнов тәғәйенләнде. Ул социомәҙәни мәсьәләләр өсөн яуаплы буласаҡ.

Илнур Мөхйәнов 1988 йылдың 4 декабрендә Ишембай районының Маҡар ауылында тыуған. БДУ-ла “Оптик элемтә физикаһы һәм техникаһы” һөнәре буйынса, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Ойошма менеджменты»на уҡыған.

Хеҙмәт юлын 2008 йылда башлай. Төрлө йылдарҙа яҡтыртыусы, администратор булып эшләй, ауыл хакимиәте башлығы, Ишембай районы башлығы урынбаҫары вазифаларын башҡара. 

2019 йылдан Башҡортостан Башлығының муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығының урындағы үҙидара органдары менән эшләү бүлегенең баш кәңәшсеһе була.

Илнур Илдар улына уңыштар теләйбеҙ!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: