Илдус Фәнис улы ШӘРӘФУЛЛИН, Башҡорт дәүләт университетының Физика-техник институты директоры, физика-математика фәндәре кандидаты, доцент:
– Әлбиттә, яңылыҡты хуплап ҡаршы алдыҡ. Бындай ярҙам саралары, республика етәкселеге тарафынан иғтибар, әлбиттә, бик күптән, тиҫтә йылдар элек үк кәрәк ине, сөнки беҙ фәндә тотош бер быуынды юғалттыҡ. Беҙҙең Физика-техник институтын алып ҡарағанда ла ғына ла, 60 йәштән өлкәнерәк ғалимдар бар һәм яйлап йәштәр килә башланы, ә бына 40 менән 60 йәш арауығында ғилми эшмәкәрҙәр бик аҙ булыуын күрәбеҙ.
Боҙҙоң урынынан ҡуҙғалыуы күңелгә ышаныс-өмөт өҫтәй. Һис шикһеҙ, бындай ярҙам саралары фәнгә йәштәрҙе күпләп йәлеп итергә, йәш ғалимдарҙың ситкә китеүен туҡтатырға, матди-техник базаны нығытырға булышлыҡ итәсәк. Шул саҡта инде, үрҙә әйткән быуындар араһындағы бәйләнеш, күсәгилешлек тә нығыясаҡ. Былар барыһы ла фәндең, иҡтисадтың яңы тармаҡтарының һәм, әлбиттә, тотош республикабыҙҙың үҫешендә сағылыш табасаҡ, – тип билдәләне Илдус Фәнис улы.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.