Башҡортостандың Ҡулланыусылар йәмғиәте союзы үҙенә 127 кооператив ойошманы берләштерә һәм 13 меңдән ашыу пайсының мәнфәғәтен яҡлай. Нигеҙҙә улар күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу, йәмәғәт туҡланыуы тармағында эшләй, әҙерләү, етештереү, белем биреү эшмәкәрлеген алып бара. Системаның активында 1200-гә яҡын объект иҫәпләнә.
Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев әйтеүенсә, уҙған йылда, 2020 йыл менән сағыштырғанда, Башҡортостан ҡулланыусылар союзы тармаҡ күрһәткестәре үҫешенең өс процентҡа артыуын күрһәтте. Үҫештең төп драйверҙары булып йәмәғәт туҡланыуы һәм күмәртәләп сауҙа итеү әйләнеше тора.
– Ҡулланыусылар йәмғиәте союзының артабанғы үҫешен иң беренсе сиратта ваҡлап һатыуҙы үҫтереүҙә күрәбеҙ. Әле ул 600-ләп магазинды үҙ эсенә ала. Беҙҙең бурыс – 2024 йылға магазиндарҙың иҫәбен меңгә еткереү, – тине Алексей Гусев.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулланыусылар кооперацияһы үҫешендә ыңғай алға китеш булыуын билдәләне һәм муниципалитеттарҙы был йүнәлештә әүҙем хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы.
– Башҡортостан Ҡулланыусылар йәмғиәте союзының потенциялы ҙур, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ, ниһайәт, уны үҫтереү буйынса идара итеү һәм административ ҡарарҙар системаһын тәртипкә килтерҙек. Хәҙер һөҙөмтәле бәйләнеш бар.