Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2022, 11:43

«Транспорт сәғәте»ндә үткән йылға йомғаҡ яһалды

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Транспорт сәғәте» форматында тематик кәңәшмә үткәрҙе.

«Транспорт сәғәте»ндә үткән йылға йомғаҡ яһалды
«Транспорт сәғәте»ндә үткән йылға йомғаҡ яһалды

Унда 2021 йылдағы тармаҡ эшенә йомғаҡ яһалды, алдағы киләсәктә уны үҫтереү буйынса бурыстар билдәләнде.

Республикабыҙҙың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев әйтеүенсә, үткән йылда юлдарҙы ҡарау һәм ремонтлауға 28, 5 миллиард һум йүнәлтелгән. Был суммаға 30 саҡрым трасса һалынған һәм төҙөкләндерелгән. Унан тыш, 1, 3 мең саҡрымдан ашыу юл, шул иҫәптән 349 саҡрым  ауыл биләмәләренә подъезд юлдары ремонтланған.

Сафҡа индерелгән ҙур объекттарҙан Зәки Вәлиди урамында юл үткәргес менән Өфөгә көньяҡтан ингән Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер, Комсомол һәм 8 Март урамдары, Иглин районында Иглин – Кәлтә, Бөрйән районында Иҫке Собханғол – Мораҡ трассалары биләмәләре  һанала. Авария зоналарында автомобиль хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 20 мең юл билдәһе, 264 светофор, барьер ҡоймалары һәм яһалма яҡтылыҡ системаһы ҡуйылған.

Быйыл иһә  республиканың юл фонды күләме 29,3 миллиард һум тәшкил итәсәк. Байтаҡ аҡса Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы Зинин ҡасабаһындағы юл үткәргесте ремонтлауға, Асҡын районында Асҡын – Көнгәк юлын капиталь ремонтлауға, Эшсе хәбәрселәр урамын, Ҡариҙел һәм Дыуан райондарындағы Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы трассаһын төҙөкләндереүгә китәсәк.

Унан тыш, республика 2024 йылда билдәләнәсәк Өфө ҡалаһының 450 йыллыҡ юбилейына транспорт инфраструктураһын яңыртыу өсөн инфрастуктура кредиты бүлеү өсөн ғариза әҙерләне.

Быйыл Мәскәү – Ҡазан М–12 юғары тиҙлекле трассаһының республика биләмәһен төҙөй башлау мөһим ваҡиға буласаҡ. Әйтергә кәрәк, әлеге трассаны Рәсәй Президенты Владимир Путин күрһәтмәһе буйынса Екатерингбургҡа тиклем оҙайттылар. Башҡортостан аша үткән юлдың оҙонлоғо 200 саҡрым.

Кәңәшмәлә шулай уҡ йәмәғәт транспортында халыҡты ташыу мәсьәләһе лә ҡаралды.  Транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Айрат Сабиров тимер юл транспортының эш йомғаҡтарына туҡталды.

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Айрат Сабиров тимер юл транспорты эшмәкәрлеге йомғаҡтары менән таныштырҙы. Үткән йылда төбәгебеҙҙә 3,7 миллион пассажир һәм 22, 3 миллион тонна йөк ташылған. Был тармаҡтағы яңы проекттар ҙа һөҙөмтәләргә ирешергә булышлыҡ иткән. 2021 йылдың апрель айынан республика Башлығы Радий Хәбиров «Орлан» экспресс поезының Өфө – Күмертау маршруты буйынса йөрөй башлауын хәбәр иткәйне. Ә сентябрь айынан Ырымбурға тиклем оҙайтылды. Ғинуар аҙағында Өфө – Приютово маршруты буйынса юғары тиҙлекле поезд – Көнбайыш экспресс йөрөй  башлаясаҡ. Был йүнәлештә йылына 200 мең пассажир ташыу күҙаллана.

Йәмәғәт транспортының ҡала һәм ҡала яны маршруттарында эшләгән автобус паркын да яңыртыу дауам итә. Үткән йылда «Башавтотранс» филиалдары ҙур һәм урта кластағы 220 автобусҡа тулыланған.

Радий Фәрит улы республика Хөкүмәтенең транспорт блогына рәхмәт әйтеп, коронавирус пандемияһы шарттарында тармаҡтың әүҙем үҫешен дә билдәләне.

 

 

 

Фото: Башҡортостан Республикаһы Президенты (glavarb.ru).

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: