Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2022, 16:39

Үткәндәрҙән фәһем ала беләйек

Тиҙҙән «Хәйбулла» башҡорт триллеры киң прокатҡа сығасаҡ.

Үткәндәрҙән фәһем ала беләйек
Үткәндәрҙән фәһем ала беләйек

Кинокартина Башҡортостандың Нуриман, Белорет һәм Иглин райондарында төшөрөлгән. Әлеге ваҡытта ижади төркөм фильмдың тауышын яҙҙырыуҙы тамамлап килә.  

Фильмда Башҡортостандағы 1920-1922 йылдарҙағы йот фажиғәһе һүрәтләнә. Төп герой Хәйбулла Буян ҡушаматлы атын эҙләргә сыға һәм башҡа һыймаҫлыҡ мажараларға юлыға. Төп ролдәрҙе танылған йәмәғәт эшмәкәре һәм эшҡыуар Динис Өмөтбаев, Милли йәштәр театры актерҙары Салауат Юлдашбаев, Сулпан Әбдрәхимова, Ләйсән Миңлеғәлиева, Стәрлетамаҡ театры актерҙары Рафиҡ Хәсәнов, Ләйсән Кәримова, йырсы Миңзәлә Яхина һәм башҡалар башҡара.  

Фильм ҡыҫҡа метражлы булыуға ҡарамаҫтан, ул тәрән йөкмәткеле. Йәш режиссер Рөстәм Шәйхетдинов быға тиклем аслыҡ йылдары тураһында документаль фильм төшөргән. «Хәйбулла» кинокартинаһы ла шул мәлдә тупланған материалға нигеҙләнгән. Фильмдың бюджеты — 1 миллион һум самаһы. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: