— Бөтә донъя буйынса коронавирустың яңы штаммы – “омикрон” таралыуы тураһында саң ҡағалар. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса ул ете тапҡырға тиҙерәк тарала. Эксперттар уның үҫеше буйынса бик насар фараз еткерә. Әлбиттә, ковидтың яңы төрө еңелерәк үтә тиҙәр, әммә әлегә барыһы өйрәнелә генә, төрлө яҡлап тикшереүҙәр үткәрелә.
Яңы штамдың ныҡ зарарлы булыуын иҫәпкә алып, сикләү сараларын көсәйтергә кәрәк,сөнки һүҙ беҙҙең граждандарҙың һаулығы тураһында бара, – тине Андрей Назаров.
- Предприятие етәкселәренә оло быуын кешеләренә һәм хроник сир буйынса диспансер иҫәбендә торған кешеләргә айырыуса иғтибар бирергә кәрәк. Уларҙы мөмкин булған тиклем дистанцион эш форматына күсерергә тәҡдим итәбеҙ. Шулай уҡ ситтән инфекция индереү хәүефен тыуҙырмаҫ өсөн сит илгә командировкаларҙы сикләүҙе үтенәбеҙ, – тине “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак.
БР Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин предприятие етәкселәренә мөрәжәғәт итеп, республикала тәүлек әйләнәһенә коронавирус менән зарарланыусылар һанының артыуы күҙәтелеүен билдәләне. Уҙған аҙнала был күрһәткес 220 – 230 кимәлендә булһа, бөгөн 253. Инфекцияның таралыу коэфициенты ла күтәрелә.
— Былар бөтәһе лә беҙ бишенсе тулҡын алдында тороуыбыҙ тураһында һөйләй. Предприятиеларҙа коллектив зарарланыуға юл ҡуймаҫ өсөн, саҡ ҡына ауырып торған хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән тороп эшләүгә күсерергә. Ә предприятиела иһә хеҙмәткәрҙәрҙең температураһын, QR-кодын тикшереп торорға һәм битлек кейеп йөрөүҙәрен, ҡулдарын дезинфекциялауҙарын талап итергә кәрәк, – тине Максим Забелин.