Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2022, 09:25

Көн торошо

Башгидрометүҙәк Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте. Республиканың ҡайһы бер райондарында көньяҡ-көнбайыштан иҫкән елдең секундына 18 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн бер аҙ ҡар яуа. Юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ 6-11 градус һалҡын.

19 ғинуарҙа ла бер аҙ ҡар яуасаҡ. Юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан уртаса тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә 6–11, аяҙытҡанда 12-17, көндөҙ – 3-8 градус һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: