Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2022, 12:40

Инвалидтарҙың мәнфәғәтен хәстәрләп

Инвалидтарға һөнәри белем алыу өсөн киң мөмкинлек булдырыу, артабан эшкә урынлашыу һәм хеҙмәт баҙарында уларҙың конкурентлыҡ ҡеүәһен арттырыу  мөһим.     

Инвалидтарҙың мәнфәғәтен хәстәрләп
Инвалидтарҙың мәнфәғәтен хәстәрләп

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында Социаль һәм хеҙмәт интеграцияһы мультиүҙәген асыу мөмкинлектәре тикшерелде.

– Инвалидтарға һөнәри белем алыу өсөн киң мөмкинлек булдырыу, артабан эшкә урынлашыу һәм хеҙмәт баҙарында уларҙың конкурентлыҡ ҡеүәһен арттырыу бик мөһим, – тине Андрей Назаров.

Ул эшкә урынлашҡан инвалидтар күләме буйынса мәғлүмәттәр килтерҙе. Премьер-министр әйтеүенсә, был күрһәткес 21 процент тәшкил итә, ул тотош Рәсәй Федерацияһына һәм Волга буйы федераль округына ҡарағанда түбәнерәк.

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова республикалағы мультиүҙәктең Ленинград өлкәһенең Всеволожск ҡалаһындағы ошондай уҡ үҙәк миҫалында ойошторолоуы тураһында һөйләне. Был үҙәктә һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә һөнәри диагностика үткәрелә, ҡулай һөнәр һайлана, уҡытыу ойошторола һәм артабан эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ күрһәтелә. Бынан тыш, инвалид хеҙмәткәр эш урынына өйрәнгән осорҙа мультиүҙәк хеҙмәткәрҙәре эш биреүсе менән даими бәйләнештә була.

Ошондай үҙәк асыу өсөн майҙансыҡ сифатында Салауат механика-төҙөлөш колледжы бинаһы ҡарала. Андрей Назаров эшсе төркөм ойошторорға, республикала мультиүҙәк булдырыу буйынса саралар планын төҙөргә һәм уға тәҡдим итергә ҡушты.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: