Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2022, 15:05

Федераль юлдар ваҡытлыса ябыла

Башҡортостанда, Татарстанда һәм Ырымбур өлкәһендә М-5 «Урал» федераль юлы участкаһында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде.

Федераль юлдар ваҡытлыса ябыла
Федераль юлдар ваҡытлыса ябыла

2022 йылдың 18 ғинуарында 14:15 сәғәттән (урындағы ваҡыт буйынса) Ырымбур өлкәһендә, Башҡортостан Республикаһында һәм Татарстан Республикаһында М-5 «Урал» федераль автомобиль юлының 1194-се (Төньяҡ) -1375-се (Көнсығыш) саҡрымындағы участкаһында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде.

 Сәбәбе – еңелсә буран, көслө ҡар яуыуы.

Шулай уҡ,  әлеге ваҡытта юлдарҙы эшкәртеү һәм таҙартыу өсөн «Урал буйы» федераль автомобиль юлдары идаралығы ҡарамағындағы федераль автомобиль юлдары селтәренең бөтә йүнәлешенә 211 берәмек техника йәлеп ителгән, уларҙың 101-е Башҡортостан һәм Татарстан республикаларынан - 101, 110-ы Ырымбур өлкәһендә. Махсуслаштырылған техника һаны юлдағы хәлгә ярашлы бүленә.

«Урал буйы» юл идаралығы хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә эшләй. Юлдағы ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында «Урал буйы» федераль автомобиль юлдары идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләүсе  7(347) 286-07-18 дежур-диспетчер хеҙмәте номеры буйынса шылтыратып хәбәр итергә мөмкин.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: