-4 °С
Болотло
Бының өсөн баш ҡала хакимиәте аҡса тапҡан.
Вице-мэр Марат Ғәйфуллин әйтеүенсә, киләһе ай башынан водителдәргә, машинистарға, тракторсыларға тарифҡа 75 процент, юлсыларға – 14 процент өҫтәләсәк; водитель, машинист, тракторсыларҙың айлыҡ премиялары 70 проценттан 100 процентҡа, юлсыларҙың – 60-тан 100 процентҡа еткән. Ваҡытынан артыҡ эшләтеүҙе иҫәпкә алмағанда, эш хаҡтары 25-40 процентҡа артҡан. Марат Ғәйфуллин әйтеүенсә, водителдәрҙең эш хаҡы 60 мең һумға тиклем күтәрелгән. Быға тиклем, БР Башлығы Радий Хәбиров механизатор-водителдәрҙең эш хаҡын арттырыу өсөн ҡалаға ике аҙна ваҡыт биргән ине.
«Подумайте, чем можно привлечь работников. Это тяжелая работа, поэтому нужны стимулы. Может, где-то это будут общежития, где-то жилье, обучение, где-то зарплату повысить. Здесь нужно комплексно поработать», - тигәйне унда төбәк етәксеһе.