Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2022, 12:50

Өфөлә 2022 йылдың тәүге көнөндә бер ир йылғала батып барған пенсионерҙы ҡотҡарған

2022 йылдың 1 ғинуарында кискеһен 51 йәшлек Григорьев ғаиләһе менән Сипайлово биҫтәһе эргәһенән аҡҡан  Өфө йылғаһы ярына   йөрөргә һәм тюбингта шыуырға сыға.

Өфөлә 2022 йылдың тәүге көнөндә бер ир йылғала батып барған пенсионерҙы ҡотҡарған
Өфөлә 2022 йылдың тәүге көнөндә бер ир йылғала батып барған пенсионерҙы ҡотҡарған

Ниндәйҙер мәлдә ир кешенең ярҙам һорап ҡысҡырғаны ишетелә. Григорьев ҡатынынан ҡотҡарыусыларҙы саҡырыуын һорай, ә үҙе  тауыш сыҡҡан яҡҡа йүгерә. Ярҙан 15 метр алыҫлыҡта оло йәштәге ир һыуға батып барған. Юрий юғалып ҡалмай, уның  янына йоҡа боҙ өҫтөнән ҡулындағы тау шыуыу өсөн файҙаланылған тюбингҡа ятып шыуышып бара. Бәләгә тарыусыны һөйрәп  ярға сығара. Ул һыуға батыусының өҫ кейемен систереп, үҙенең курткаһын кейҙерә һәм килгән ҡотҡарыусыларға тапшырған.

Билдәле булыуынса,  һыуға батыусы пенсионерға  79 йәш була. Ул бүлмә сәскәләренә һыу һибеү өсөн йылға һыуы алырға барған була. Ә уны ҡотҡарыусы Юрий   Өфөнөң бер ойошмаһында слесарь булып эшләй.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: