Ир, ЗАГС бүлегенә уның тыуыу тураһындағы яҙмаһына үҙгәрештәр индерергә ҡушып, 1962 йылдың 3 ғинуары урынына 1961 йылдың 11 октябрен яҙҙырырға кәрәк булыуын әйтә.
Ул әсәһенең уны 1961 йылдың 11 октябрендә дауаханала түгел, ә өйҙә тыуҙырыуы хаҡында хәбәр итте.
- Был осорҙа атайым эргәлә булманы. Ауыл советына минең тыуыуым тураһында теркәү кәрәклеген белдереп, бер кем дә мөрәжәғәт итмәгән. Атайым өйгә ҡайтҡас ҡына ауыл советына ғариза яҙа һәм унда минең тыуған көнөмдө яҡынса күрһәтәләр, – ти ир.
Суд эште тикшергәндән һуң һәм уға хоҡуҡи баһа бирелгәс, ирҙең тыуыу тураһындағы яҙмаһында дөрөҫ булмаған мәғлүмәт бирелмәүен йәки яҙманың ысынбарлыҡҡа тап килмәүе, шулай уҡ акт яҙмаһының тыуыу актын теркәү ҡағиҙәләренә тап килмәүе тураһында етерлек дәлилдәр йыйылмаған, тигән һығымтаға килә. Шунлыҡтан ирҙең ғаризаһы ҡәнәғәтләндерелмәй.
Фото: Т. Аманов