Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2022, 18:39

Бөйөк Рәмиҙең 90 йыллығы айҡанлы флешмоб иғлан ителә!

Унда ҡатнашыу шарттары һәм ҡағиҙәләре хаҡында тулыраҡ.

Бөйөк Рәмиҙең 90 йыллығы айҡанлы флешмоб иғлан ителә!
Бөйөк Рәмиҙең 90 йыллығы айҡанлы флешмоб иғлан ителә!

12 ғинуарҙа Салауат районында Башҡортостан халыҡ шағиры Рәми Ғарипов 90 йыллығы айҡанлы флешмоб башланды. Уның маҡсаттары һәм бурыстары: Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Рәми Ғарипов ижадына ҡарата иғтибарҙы арттырыу, туған телгә һәм мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү.

Флешмоб 12 февралгә ҡәҙәр дауам итәсәк. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Материалдарҙы [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Видеояҙманы әҙерләүгә методик тәҡдимдәр:

- видеоны үҙегеҙ теләгән программала әҙерләргә мөмкин, мәҫәлән, Windows киностудияһы (Windows Movie Maker). Оҙонлоғо 4 минуттан артмаҫҡа тейеш.

- һәр видеояҙманың башында «инеш кадр» булырға тейеш, бында шиғырҙың исеме яҙыла. Шулай уҡ ҡатнашыусының һәм видео авторының исем-шәрифе, уҡыған (эшләгән) урыны, материалдарҙың сығанаҡтары (фотоһүрәт, тауыш, видеояҙма һ.б.) күрһәтелергә тейеш. Видеорәттә һүрәттәрҙең булыуы мотлаҡ түгел, әгәр булһа, ул 30 процентҡа тиклем тәшкил итергә тейеш. Эштең тышҡы матурлығы түгел, ә кешенең әҫәрҙе күңелен биреп, тасуири уҡыуы мөһим.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: