Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2022, 11:35

Бөгөн – Рәсәйҙә балалар телевидениеһы көнө

Был иҫтәлекле датаның тарихы 1963 йылға барып тоташа.

Бөгөн – Рәсәйҙә балалар телевидениеһы көнө
Бөгөн – Рәсәйҙә балалар телевидениеһы көнө

Ул ваҡытта Үҙәк телевидениела Балалар өсөн программалар редакцияһы барлыҡҡа килгән. СССР осорондағы проекттарҙан “Ералаш”, ”Әкиәттә – ҡунаҡта”, ”Тыныс йоҡо, кескәйҙәр” тигәндәре иң уңышлыларҙан һаналған.

Ералаш” сығарылыштарын әле лә күрһәтәләр. Ә совет йәнһүрәттәре һуң? Хәҙерге сит ил комикс-ҡурҡыныстарынан матурыраҡ та, ябайыраҡ та була торғайнылар. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн кинолар ҙа күп ине. Үҙәк ТВ-ла хәҙер башҡа нәмәләр төп урында тора. Ә беҙҙең “Тамыр” каналыбыҙ бар! Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн йәнһүрәт тә, яңылыҡтар ҙа, уйындар ҙа, фильмдар ҙа, хатта бик шәп дауамлы кинолар ҙа эшләйҙәр!

Бөгөн – Рәсәйҙә балалар телевидениеһы көнө
Бөгөн – Рәсәйҙә балалар телевидениеһы көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: