Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2022, 14:10

Арҙаҡлы милләттәшебеҙ иҫтәлегенә

Кәрим Хәкимовҡа һәйкәл асыласаҡ.

Арҙаҡлы милләттәшебеҙ иҫтәлегенә
Арҙаҡлы милләттәшебеҙ иҫтәлегенә

Яҡын Көнсығышта иң тәүге совет илсеһе, башҡорттар тарихында тәүге консул, революционер  Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимовтың исеме башҡорт ерен, халҡыбыҙҙы данлаған бихисап билдәле шәхестәр араһында айырым урын алып тора. Халҡыбыҙ тарихында юйылмаҫ­лыҡ эҙ ҡалдырған күренекле дипломатты онотмайҙар, яҡташтары арҙаҡлы милләттәшебеҙҙең иҫтәлеген оло ғорурлыҡ менән һаҡлай, уға бәйле тарихи документтар, фоторәсемдәр Бишбүләк районының Дүсән ауылындағы музейҙа урын алған.

Тиҙҙән Өфөнөң Ленин исмендәге паркында, Совет һәм Туҡай урамдары киҫешкән урында К. Хәкимовҡа һәйкәл асыласаҡ. Әле монументаль скульптураның проектына конкурс иғлан ителгән. Эскиздар , тәҡдимдәр 4 апрелгә тиклем ҡабул ителә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: