Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2022, 09:05

Ҡалдыҡтарҙы “ашай” торған автомат...

Тиҙҙән Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә заманса фандоматтар урынлаштырыласаҡ.

Ҡалдыҡтарҙы “ашай” торған автомат...
Ҡалдыҡтарҙы “ашай” торған автомат...

Нефтекамала, республикала тәүгеләрҙән булып, алюмин банкаларҙы һәм ПЭТ-шешәләрҙе утилләштерә торған автоматтар ҡуйыла. 10 фандомат алынған да инде, уларҙы ошо көндәрҙә килтерәсәктәр.

Автоматтарҙы ҡала мәктәптәрендә һәм сауҙа үҙәктәрендә урынлаштырыу күҙаллана. Уҡыу йорттарында йәш быуынға сүп-сарҙы ташларға өйрәтәләр.

Әйткәндәй, Нефтекамала сүп-сарҙы айырып йыйыуға ҙур иғтибар бирмәкселәр. Бында ҡалдыҡ сеймалды ҡабул итеүсе ЭкоДом төҙөләсәк. Заманса үҙәктә пластик, макулатура, алюмин һауыттар һ.б. әйберҙәр ҡабул ителә һәм урынына аҡса ла алаһың.

Беләһегеҙ, илдә һәм Башҡортостанда “Экология” милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса күп эш башҡарыла. Шуның бер етди өлөшө - “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләү” проекты. Сүп-сарға ҡаршы көрәшәбеҙ.

Фото: “Башинформ”.

Ҡалдыҡтарҙы “ашай” торған автомат...
Ҡалдыҡтарҙы “ашай” торған автомат...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: