Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2022, 13:55

Һалҡын һыуға сумып, гонаһтарҙан арынып

18-нән 19 ғинуарға ҡарай төндә православие динендәгеләр йылдың төп сиркәү йолаларының береһе – Крещение Господне байрамын билдәләй. Кем боҙло һыуҙа сумып сыға, шул йыл буйы сәләмәт буласаҡ, гонаһтарын йыуасаҡ, тип иҫәпләнә.

Һалҡын һыуға сумып, гонаһтарҙан арынып
Һалҡын һыуға сумып, гонаһтарҙан арынып

Һыу был көндө шифалы көскә эйә.Шуға күрә бындай йолаға ҡушылырға теләүселәр һәр ваҡыт күп.

Православие христиандары йолаларын атҡарһын өсөн 53 район- ҡалаларҙағы йылғаларҙа 96 урын  эшләнәсәк. Өфөлә 9 урында һыуҙа мәке уйыласаҡ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: