Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2022, 14:34

Юғары уҡыу йорттары өсөн грант булдырыла

Башҡортостанда   донъя кимәлендәге  Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусы юғары  белем биреү ойошмаларына дәүләт ярҙамы өсөн гранттар  булдырыла. 

Юғары уҡыу йорттары өсөн грант булдырыла
Юғары уҡыу йорттары өсөн грант булдырыла

  Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә  Республика Башлығы Радий Хәбиров  тейешле указға ҡул ҡуйҙы. 

Программа ғилми тикшренеүҙәр үткәреүҙе, инфраструктураны үҫтереүҙе, белем биреү программаларын  тормошҡа ашырыуҙы  үҙ эсенә ала.  200 млн һумлыҡ грантты БДУ менән ӨДАТУ-ны берләштереүсе  Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм ӨДНТУ аласаҡ.   Гранттар биреү тәртибен 10 февралгә тиклем раҫларға ҡушылды.   

Бынан тыш, указға ярашлы, йыл һайын республика вуздарынан 200 ғалим һәм аспирант сит илдә йә Рәсәйҙең  иң алдынғы фәнни мәғариф учреждениеһында  стажировка үтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.  Шулай уҡ йыл һайын 200 ғилми хеҙмәткәргә  торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ярҙам күрһәтеләсәк.   

«Федераль үҙәктән ярҙамдан тыш,  республика алға барыусы  вуздарға ярҙам күрһәтеү өсөн  һәр саҡ мөмкинлек табасаҡ», –   тип билдәләне  Радий Хәбиров. 

Фото:Т.Аманов.

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: