Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2022, 13:16

Вакциналау дауам итә

 Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтергә тейешле халыҡтың 90,7 проценты прививкаланған.  

Вакциналау дауам итә
Вакциналау дауам итә

     Төбәккә бөтәһе   2 914 858 доза Рәсәйҙә етештерелгән вакцина алынған.   17 ғинуарға ҡарата алынған мәғлүмәттәр буйынса, 2 253 973 кеше прививканың тәүге компонентын эшләткән,  2 128 538 кеше иһә тулыһынса вакциналанған.     

Әлеге көнгә   239 859 кеше ревакцинацияланған.   

 Республика буйынса иң күп вакцина эшләтеүселәр Бүздәк, Шишмә, Әлшәй, Саҡмағош, Стәрлебаш, Кушнаренко, Өфө, Миәкә, Ҡариҙел, Баҡалы, Дүртөйлө, Тәтешле, Ҡалтасы, Дәүләкән, Асҡын, Шаран, Бишбүләк, Ғафури, Балтас, Ҡырмыҫҡалы, Ишембай, Нуриман, Архангель райондарында теркәлгән.

 Медицина ойошмаларының рейтингы буйынса Хәйбулла, Мәсетле, Бәләбәй, Мәләүез, Бөрө, Белорет райондары һәм Салауат, Күмертау, Октябрьский, Межгорье һәм Салауат ҡалалары вакциналау  буйынса артта ҡала.

 Белеүегеҙсә, коронавирустан прививканы поликлиниканың регистратураһы, «Дәүләт хеҙмәте» порталы аша алдан яҙылып,   178 вакциналау пунктында эшләтергә мөмкин.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: