Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2022, 16:00

Өфөләге иң ҡыйбатлы автомобилдәрҙең береһе янып киткән

Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Өфөләге иң ҡыйбатлы автомобилдәрҙең береһе янып киткән
Өфөләге иң ҡыйбатлы автомобилдәрҙең береһе янып киткән

Бөгөн иртә менән БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына баш ҡаланың Киров урамында автомобиль яныуы тураһында хәбәр килгән. Ваҡиға урынына ете кеше һәм ике берәмек техника юлланған. Улар килеп етеүгә «Porsche Panamera» машинаһын ут ялмап алған булған.

Янғын тиҙ арала һүндерелгән. Зыян күреүселәр юҡ. Сетерекле ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана. «Porsche Panamera» — донъялағы иң текә машиналарҙың береһе. Уның хаҡы яҡынса 15 миллион һумға барып баҫа.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: