Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2022, 11:00

Дәүләт субсидияһы ярҙамы менән ике коворкинг асылды

Нимә ул тиегеҙме? Коворкинг тип резиденттарға - айырым оҫталарға, эшҡыуарҙар ҡуртымға бирелгән бүлмә-урындары булған үҙәк (бина) атала. Яңы йыл алдынан шундай ике көнкүреш коворкингы Дыуан һәм Илеш райондарында асылды.

Дәүләт субсидияһы ярҙамы менән ике коворкинг асылды
Дәүләт субсидияһы ярҙамы менән ике коворкинг асылды
Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн аҡса Башҡортостан бюджетынан "Бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам" милли проекты аша бирелгән. 
 
Коворкинг үҙәктәре дәүләт ярҙамы менән 2019 йылдан 14 район-ҡалала барлыҡҡа килгән. Благовещен һәм Хәйбулла райондарында улар икәү, ошо көндәрҙә икенсе офис Бөрө ҡалаһында сафҡа инде. 
 
Дыуан һәм Илеш үҙәктәрендә тырнаҡ яһау, кейеү тегеү-йүнәтеү, сәс алдырыу һәм теген оҫталары резиденттар рәүешендә тупланған. Улар ҡарамағында һөйләшеү, конференция, аш-һыу бүлмәләре бар. 

 
Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: