Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2022, 21:12

БР ЮХХДИ: Аҙна йомғаҡтары

10-16 ғинуарҙа Башҡортостан юлдарында 54 автомобиль аварияһы теркәлгән, ике кеше һәләк булған, 63 кеше яраланған.

БР ЮХХДИ: Аҙна йомғаҡтары
БР ЮХХДИ: Аҙна йомғаҡтары

26 машина бәрелешкән;

23 йәйәүле төрттөрөлгән, тапалған.

14 027 тапҡыр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән;

179 иҫерек водитель тотолған;

249 водитель тыйылған ерҙә юлдың ҡаршы һыҙатына сығып, үҙенең һәм башҡаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған;

452 ата-әсә балаларҙы машинала йөрөтөү ҡағиҙәһен боҙған;

393 йәйәүле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп тотолған;

365 водитель йәйәүлеләргә юл бирмәгән;

143 водителдең алдан һалынған штрафты түләмәгәне асыҡланған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: