Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2022, 16:49

Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Ринат Атауллин вафат булған

«Йәшлек»тәр мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Ринат Атауллин вафат булған
Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Ринат Атауллин вафат булған

Ринат Юмор (Йомор) улы Атауллин 1959 йылдың 23 ғинуарында Әбйәлил районының Ташбулат ауылында донъяға килгән. Тамъян ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шағәле Шаҡман вариҫы.

1981 йылда Магнитогорск педагогия институтын тамамлай.

1983—1994 йылдарҙа Әбйәлил районы Асҡар ауылы балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы.

1997 йылдан алып Үҙәк район китапханаһының рәссам-биҙәүсеһе.

2007 йылдан реклама һәм дизайн бүлеге мөдире.

Ринат Атауллиндың эштәре башҡорт халҡы тарихына, тыуған ергә һәм кешенең рухи көсөнә арналған: «Еңеү тураһында хәбәр» (1998), «Ижап» (1999), «Аҡмулла» (2006), «Шанлы йылдар» (2010). «Бөйөк Шағәле Шаҡман» исемле картинаһында тантаналы мәлдең — башҡорт ырыуҙары башлыҡтарының Мәскәүгә ике яҡлы килешеү төҙөү өсөн барыуының бер күренеше сағылдырылған һәм легендар шәхестең, бабаһы Шағәле Шаҡмандың, тарихи образы тыуҙырылған. Тамъян ҡәбиләһе бейе Мәскәүҙә Василий Блаженный храмы эргәһендә ҡалҡыулыҡҡа баҫҡан да, Иван Грозныйға башҡорт ырыуҙарының мөрәжәғәт хатын уҡып тора. Ҡараштары көсөргәнешле, ирендәре ҡымтылған. Күрәһең, рус батшаһына баш эйеп барыуы бик ауыр уға. Төҫтәрҙең бай палитраһы сағыулығы Р. Атауллин картиналарына драматизм өҫтәй («Аят», 1990, «Атайым уйҙары», 1991; «Ата-бабалар ере», 1999; «Васыят», 2000; «Еңеү», 2010), эске динамикаһын еткерә («Шүрәле тауы», 1988; «Епшек көн», 1990; «Август», 2000). Әбйәлил районының билдәле кешеләренең портреттары, пейзаждар («Көҙ», 1985; «Тауҙарҙа ҡыш», 1984; «Март ҡояшы», 1985), тематик картиналар («Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев — „Урал батыр“ эпосын тәүге һөйләүсе», 2001; «Салауаттың өҙөлгән йыры», 2004), Сибай музейындағы «Ҡыш. Бүреләрҙең төнгө һунары» (1996), Таһир Күсимов музейындағы «Күсем ауылы — Геройҙың тыуған төйәге» (1998) һәм «Днепр аша сығыу» (2000) диорамалары авторы. «Артыш» ижады берекмәһе ағзаһы (1995).

Рәссамдың шәхси күргәҙмәләре Әбйәлил районы Асҡар (1990, 2004) һәм Күсем (1996) ауылдарында, Сибай (1997), Баймаҡ (1998), Өфө (2000) ҡалаларында ойошторола.

Эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (БДХМ), «Урал» галереяһында, РФ Мәҙәниәт министрлығы коллекцияларында, Рәсәй һәм сит ил шәхси йыйылмаларында һаҡлана.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: