+3 °С
Ясна
Был хаҡта республиканың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итәләр. Билдәле булыуынса,Сарлаҡ ауылында йәшәүселәр яҡындағы ауылда атыу тауыштары ишетеүҙәре хаҡында полицияға хәбәр итә.
Енәйәт урынына тәүгеләрҙән булып ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре килә. Улар урманда быға тиклем хөкөм ителгән 31 һәм 57 йәшлек ике ирҙе осрата.
- Ир-егеттәр автомобилдә килә, ә урман буйлап һунар саңғыларында йөрөй. Һәр береһенең үҙе менән рюкзагы һәм һунар мылтығы була. Асыҡланыуынса, ҡорал законһыҙ һаҡланған, - тип белдерә хоҡуҡ һаҡсылары.
Фото: Т. Аманов