Ул «Медовз»яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бренды аҫтында сауҙа кибеттәре кәштәләренә ҡуйылған була. Анализ балда 0,00057 мг/кг кимәлендә антибиотик булыуын асыҡлаған.
«Аҙыҡ-түлектең хәүефһеҙлеге тураһындағы ғәмәлдәге документтарға ярашлы, составында дарыу препараттары, шул иҫәптән антибиотик булған аҙыҡ-түлекте халыҡҡа һатыу тыйыла. Бындай аҙыҡ кешеләрҙең ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн хәүефле һанала. Ошоға бәйле «Россельхозналзор»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы тарафынан «Медовз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһенә ҙур күләмдә аҡсалата штраф һалынған», – тип хәбәр итәләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.