Бенджамин Франклиндың тыуған көнөн хәҙер балалар асыштары көнө булараҡ билдәләйҙәр. Ул заманында бәүелсәк кресло ла уйлап тапҡан, бифокаль күҙлек тә яһаған, йәшен ҡайтарғыс та эшләгән.
Тәүҙә балалар асыштары көнө Американан Европаға таралған, беҙҙә бер-ике тиҫтәләп кенә йыл элек билдәләнә башлаған.
Ҡыҙыҡлы факттар
Донъяла йыл һайын 500 меңләп бала ниндәйҙер ҡоролма йә технология уйлап таба.
Брайль шрифтын, пакетты, батутты, һыу саңғыһын, калькуляторҙы, ҡаргиҙәрҙең бер төрөн балалар уйлап сығарған.
Талантлы балалар өсөн “Генийҙар олимпиадаһы” тигән халыҡ-ара конкурс бар.
Бала ниндәйҙер асыш яһарға йә нимәнелер уйлап табырға ынтыла икән, белгестәр бында һөҙөмтәне түгел, ә эш процесын баһаларға тәҡдим итә. Иң мөһиме – ижад.
Пластилинды ла бала кеше уйлап тапҡан. Бер ҡыҙ һауыт-һаба таҙартҡыс онтаҡ менән уйнап ултырған да, уны әүәләп нимәлер яһап ҡуйған. Артабан – бер аҙ ғына тырышлыҡ һәм фантазия – пластилин килеп тә сыҡҡан, имеш.